

Һабантуйҙың тантаналы өлөшө, йолаға ярашлы, ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы ҡаршылау менән асылды. Яҙғы баҫыу эштәрен тамамлау хөрмәтенә бишбүләктәрҙең шатлығын уртаҡлашырға Ҡоролтай депутаты, һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре комитеты рәйесе Салауат Харасов, Бишбүләк районының почетлы гражданины Рәмил Рәсим улы Ҡыямов һәм башҡалар килде. Уларҙы башҡорт фольклор ансамблдәре йыр-моң менән ҡаршы алғандан һуң милли кейемдәге ҡунаҡсыл һәм киң күңелле ҡыҙҙар ҡымыҙ һәм бауырһаҡ менән һыйланы.
Бишбүләк районында төрлө милләт вәкилдәре ҡулға-ҡул тотоношоп, үҙ-ара татыу йәшәй. Быны милли ихаталарҙа күрергә мөмкин ине. Ҡаныҡай ауылынан Әхмәтшиндар, Туҡайҙан күп балалы Ғәниевтар ғаи- ләһе һ.б. ҡунаҡтарҙы үҙ телдәрендә сәләмләп, милли ризыҡтар менән һыйланы. Бында шулай уҡ "Умка" һәм "Улыбка" балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре милли көнкүрешебеҙҙе сағылдырған тирмәләр ҡорғайны.
Бөгөнгө көндә бишбүләктәр махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға тос ярҙам күрһәтә. "Ышаныслы тыл", "Бөтәһе лә фронт өсөн - Бишбүләк" төркөмө ирекмәндәре был байрамда ла күргәҙмә әҙерләгәйне, унда һатылған әйберҙәрҙән килгән аҡса МХО-лағыларға йүнәлтелә. Китапхана, музей зонаһы ла килеүселәргә үҙенсәлекле күргәҙмәләр әҙерләгәйне, һәр кем уларҙы ҡыҙыцҡһынып ҡараны, иҫтәлеккә фотоға төштө.