

Бишбүләк районы үҙенең күп милләтле булыуы менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Районда йәшәгән халыҡтарҙың үҙенсәлекле мәҙәни йоларын һаҡлау һәм киләһе быуынға тапшырыу — дөйөм һәм тәү сиратта торған бурыс. Тап ошо маҡсатта мәҙәниәт Һарайында төрлө өлкәләрҙән белгестәрҙе берләштергән ҙур семинар-практикум үтте.
Был сара һәр халыҡтың үҙ йолаларына һәм тарихына күҙ һалыу өсөн бик яҡшы мөмкинлек. Мәҙәниәт өлкәһендә эшләүселәр беҙҙең төбәктә йәшәгән төрлө халыҡтарҙың (башҡорт, татар, сыуаш, мордва, рус) милли туй элементтарын тергеҙеү өҫтөндә эшләй. Фойела ҡуйылған милли кейемдәр: боронғоса эшләнгән кәләш һәм кейәүҙәрҙең сағыу кейемдәре һәр кемдең иғтибарын йәлеп итте. Фольклор коллективтарының сығышы, йыр-бейеүҙәр һәм милли музыка ҡоралдарында уйнау байрамдың ҡабатланмаҫ атмосфераһын тыуҙырҙы.
Был сарала билдәле ғалим, сәсәниә, йәмәғәтсе Розалиә Солтангәрәева XIX быуаттың туй фольклорын ҡуйыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәреп, милли мәҙәниәттең үҙенсәлектәре хаҡында бәйән итте. Лира Афанасьева иһә «кәләш башын әйләндереү» ритуалын күрһәтеп, сыуаш туйы атрибуттары менән таныштырҙы. Ирина Шәмсетдинова, боронғо йолаларҙың заманса инсценировкала нисек йәнләнеүен күрһәтеп, драматургия серҙәрен асты.
https://vk.com/pyatcvadebbizhbulyaka