Дим буйҙары
+23 °С
Ясно
МӘҘӘНИӘТ
20 Июля , 13:25

AY YOLA төркөмө Малахов телешоуында ғаилә серен асты

Башҡортостандың AY YOLA төркөмө Андрей Малаховтың «Күңелдән сыҡҡан йырҙар» программаһында ҡатнашты. Төркөмдөң музыканттары үҙҙәре тураһында бер нисә ҡыҙыҡлы мәғлүмәт менән дә бүлеште.

AY YOLA төркөмө Малахов телешоуында ғаилә серен астыAY YOLA төркөмө Малахов телешоуында ғаилә серен асты
AY YOLA төркөмө Малахов телешоуында ғаилә серен асты

Алып барыусы төркөмдөң солисына ни өсөн тап Адель тип исем ҡушыуҙары менән ҡыҙыҡһынды. 

— Әсәһенең исеме Людмила, ә минеке – Руслан. Туйыбыҙ Пушкиндың тыуыуына 200 йыл тулған йылда үтте. Беҙ Руслан менән Людмила булғас, ҡыҙыбыҙға Адель тип ҡушырға уйланыҡ, Пушкиндың шундай шиғыры бар, — тип ғаилә серен асты төркөм музыканты Руслан Шәйхетдинов.

Адель, Ринат һәм Руслан үҙҙәренең төп хитын — Homay йырын башҡарҙы. Студияға йыйылыусылар ҡушылып йырланы һәм рәхәтләнеп бейене.

— Донъя чарттарын шаулатҡан башҡорт төркөмө бөгөн беҙҙә ҡунаҡта, — тине Андрей Малахов һәм Homay йырын төрлө илдәрҙә, төрлө телдәрҙә отоп алыуҙары тураһында роликты күрһәтте.

Музыканттар тамашасыларҙы башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосы менән дә таныштырҙы. Шулай уҡ төркөм Адель клипта кейеп төшкән бүректе, ә ҡурайсы Ринат Рамаҙанов башҡорт халыҡ ҡоралы ҡурайҙы нисек эшләүҙәрен күрһәтте.

Төркөм тураһында сюжеттың аҙағында Адель Өфө тураһында йыр йырланы, Ринат ҡурайҙа һыҙҙырҙы, республикабыҙҙа киң билдәле Хөсәйен Әхмәтовтың Рәғиҙә Йәнбулатова шиғырына ижад иткән «Гүзәл Өфө — баш ҡалам» йыры көйөн дә уйнап ишеттерҙе.

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2026-07-20/ay-yola-t-rk-m-malahov-teleshouynda-ail-seren-asty-4659460

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Автор:
Читайте нас