Дим буйҙары
+21 °С
Ясно
Новости
19 Октября 2021, 03:45

Ҡош-ҡортто һуйыу отошлораҡ

Шишмә районында бәшмәк йыйыусылар үлгән күркәләр өйөмөнә юлыға. Был хаҡта улар шунда уҡ 112 телефоны буйынса хәбәр итә.

Ҡош-ҡортто һуйыу отошлораҡҠош-ҡортто һуйыу отошлораҡ
Ҡош-ҡортто һуйыу отошлораҡ

Йәрми ауыл Советы белгестәре тиҙ арала комиссия төҙөп, ваҡиға урынына юллана. Ысынлап та, урманда 350-гә яҡын үлгән күркә табыла. Шунда уҡ анализға ебәрәләр. Уларҙа ҡош киҙеүе табылмаған, шулай ҙа иҫкәртеү саралары үткәрелгән.

Шишмә районы хакимиәте башлығы Ришат Мансуров билдәләүенсә, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ҡош мәйеттәрен йыйыу һәм яндырыу, артабан биләмәне зарарһыҙландырыуҙы ойоштороу тураһында ҡарар ителгән.

Урындағы биләмәләрҙә комиссиялар төҙөлөп, улар артабан бындай хәлде булдырмау өсөн Шишмә ауылдары буйлап һәр ихатаға йөрөп сығасаҡ. Ҡош-ҡорт тотҡандарға уларҙы һуйырға тәҡдим итәсәктәр. Урында ҡош ауырыуҙарынан һаҡланыу режимы көсәйтеләсәк. Әлеге күркәләрҙең үлем сәбәбе, уларҙың кемдәрҙеке, ҡайҙан икәне һ.б. асыҡлана.

Сығанаҡ: bashgazet.ru

Ҡош-ҡортто һуйыу отошлораҡ
Ҡош-ҡортто һуйыу отошлораҡ
Автор:
Читайте нас