+23 °С
Облачно


Был хәл Нефтекама ҡалаһында була. Ҡала дауаханаларының береһендә 39 йәшлек табип-терапевт анһат ҡына аҡса һуғырға ниәтләй. Ул кеше аша матурлыҡ салоны директорынан быйыл июнь - июль айҙарында 33 мең һум ришүәт алыуҙа ғәйепләнә. Бының өсөн табип салон хеҙмәткәрҙәренә вакцина эшләтеү хаҡынд Берҙәм мәғлүмәти системаға ялған мәғлүмәт индерә. Әлбиттә, ҡырын эште тәртип һаҡсылары һиҙеп ҡала. Хәҙер табипҡа закон алдында яуап бирергә тур киләсәк.