Дим буйҙары
+27 °С
Дождь
Новости
22 Ноября 2021, 07:18

Ялған белешмә өсөн 30 медицина хеҙмәткәре хөкөмгә тарттырылды

Октябрьский ҡалаһы суды «ялған документ эшләү» статьяһы буйынса 63 йәшлек ҡатынға ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы.  

Ялған белешмә өсөн 30 медицина хеҙмәткәре хөкөмгә тарттырылдыЯлған белешмә өсөн 30 медицина хеҙмәткәре хөкөмгә тарттырылды
Ялған белешмә өсөн 30 медицина хеҙмәткәре хөкөмгә тарттырылды

Башҡортостан Республикаһы прокуратураһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2019 йылдың декабренән 2021 йылдың апреленә тиклем ул медицина тикшереүен үтеү тураһында ялған медицина белешмәләрен эшләп һатҡан. Документтар алыҫ Себер райондарында машиналар менән менән идара итеүгә рөхсәт һәм водитель таныҡлығы алыу өсөн кәрәк булған.

Ул бөтәһе 30 ялған белешмә ҙәреләгән. Уларҙың хаҡы 500 һумдан алып 2 мең һумға тиклем тәшкил иткән.

Хөкөм ителеүсе үҙ ғәйебен таныған. Суд уны 1 йыл да 6 айға иркенән сикләгән. Әле хөкөм ҡарары законлы көсөнә инмәгән.

Башинформ. 

Ялған белешмә өсөн 30 медицина хеҙмәткәре хөкөмгә тарттырылды
Ялған белешмә өсөн 30 медицина хеҙмәткәре хөкөмгә тарттырылды
Автор:
Читайте нас