Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь , 10:31

Тәмле һәм файҙалы ризыҡ

Радий Хәбиров: "Киләсәктә республиканың бөтә райондарын да үҙҙәре етештергән тауар менән тәьмин итергә уйлайбыҙ".

Тәмле һәм файҙалы ризыҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә һөт кухняһына ҡағылышлы яҙма ҡалдырған.

“Беҙ “Һөт кухняһы” селтәрен үҫтереүҙе дауам итәбеҙ. Өс йыл самаһы элек уны тергеҙергә ҡарар иттек, һәм ошо ваҡыт эсендә ете етештереү майҙансығы эш башланы. Улар Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский, Белорет, Сибай ҡалалары һәм Үрге Ҡыйғы ауылында урынлашҡан. Шулай уҡ республика муниципалитеттарында барлығы 140 тауар таратыу пункты эшләй.

Башҡортостанда һөт тауарҙарын социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән ғаиләнән 23400 бала, 39 етем һәм ата-әсәһе ҡарауынан мәхрүм ҡалған бала, 404 йөклө һәм сабый имеҙгән ҡатын бушлай ала.

Яңыраҡ “Һөт кухняһы” тауарҙары араһында яңы эремсек барлыҡҡа килде. Ул алдағы сериялағыһындағы кеүек үк тәбиғи продукттарҙан эшләнгән. Бик файҙалы һәм тәмле.

Мөмкинлек булыу менән тауарҙы таратыу пункттарын киңәйтергә планлаштырабыҙ, ә киләсәктә республиканың бөтә райондарын да үҙҙәре етештергән тауар менән тәьмин итергә уйлайбыҙ.

Был йүнәлеште бик перспективалы, мөһим тип иҫәпләйем. Беҙҙең балаларҙың һәм әсәйҙәрең һаулығы бөтәһенән дә өҫтөн”, – тип яҙҙы республика Башлығы.

Фото: "Бәйләнештә". 

Тәмле һәм файҙалы ризыҡ
Автор: