Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь , 00:23

Заманса контейнерҙар

“Экология Т” төбәк операторы ауыл хакимиәттәре менән берлектә Дәүләкән, Әлшәй, Шаран, Бәләбәй, Бүздәк райондарында контейнер паркын яңыртыу буйынса эштәр алып бара.   

Заманса контейнерҙар

“Экология Т” төбәк операторы ауыл хакимиәттәре менән берлектә Дәүләкән, Әлшәй, Шаран, Бәләбәй, Бүздәк райондарында контейнер паркын яңыртыу буйынса эштәр алып бара.

Дәүләкән ҡалаһында һәм Раевка ауылында 344 евроконтейнер ҡуйылған, тағы ла 190 сүп һауыты ҡуйыу планлаштырыла.

Бәләбәй ҡалаһында һәм Приют ҡасабаһында күп фатирлы йорттар өсөн 300 евроконтейнер урынлаштырылған. Бәләбәй районы ауыл хакимиәттәре тарафынан яңы 337 контейнер алынған.

– Заманса пластик контейнерҙар уңайлы, уларға тәгәрмәстәр ҡуйылған, ҡапҡастары педаль менән асыла. Дизайны ла ҡурҡыныс түгел. Контейнер паркын яңыртыу халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеүҙең сифатын күтәрергә һәм “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләүҙең комплекслы системаһын булдырыу” федераль проекты һөҙөмтәләрен арттырырға ярҙам итер.  – тип билдәләй “Экология Т” ойошмаһы директоры Илнур Шакиров.

Фото – БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

bashkizi.ru

Заманса контейнерҙар
Автор: