Дим буйҙары
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ноябрь 2021, 20:03

Өфөлә «Башҡорт шәле-2021» фестиваль-конкурсы уҙа

Был бәйгелә Ейәнсура, Стәрлебаш, Көйөргәҙе, Хәйбулла, Мәләүез, Миәкә, Бишбүләк райондары оҫталары үҙ эштәрен тәҡдим итә.

Өфөлә «Башҡорт шәле-2021» фестиваль-конкурсы уҙа
Өфөлә «Башҡорт шәле-2021» фестиваль-конкурсы уҙа

Ғәҙәттәгесә, фестивалдә оҫталар «Башҡорт шәленең реклама ролигы» команда ижади конкурсында ҡатнаша. Быйыл ул онлайн-форматта үткәрелә, эштәрҙе Республика халыҡ ижады үҙәгенең Бәйләнештәге рәсми төркөмөндә ҡарарға мөмкин: https: / / vk.com / rcntufa.

2-4 декабрҙә ВДНХ-ЭКСПО комплексында «Өфө. Арт. Һөнәр. Сувенирҙар» күргәҙмә-фестивалендә башҡорт дебет шәле күргәҙмә-йәрминкәһе була, шулай уҡ фестивалдә ҡатнашыусыларҙың эштәре һатыла.  4 декабрҙә конкурсҡа йомғаҡ яһала һәм еңеүселәр бүләкләнә.

Ҡатнашыусыларҙың эштәрен Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары, жюри рәйесе Нәфисә Тулыбаева, филология фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлнур Хөсәйенова, «Башҡорт дебет шәле» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Алһыу Әбсәләмова һәм башҡалар баһалай.

Проектты ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, «Урал» халыҡ сәнғәте галереяһы.

фото kulturasharan.ru

Башинформ. 

Өфөлә «Башҡорт шәле-2021» фестиваль-конкурсы уҙа
Өфөлә «Башҡорт шәле-2021» фестиваль-конкурсы уҙа
Автор:
Читайте нас: