Дим буйҙары
+12 °С
Облачно
Новости
6 Декабря 2021, 06:26

Өфөлә таксистар забастовкаға сыҡҡан. Юл хаҡы ҡырҡа артҡан

Улар гарантиялы килемде арттырыуҙы һәм бушлай көтөү ваҡытын кәметеүҙе талап итә.  

Өфөлә таксистар забастовкаға сыҡҡан. Юл хаҡы ҡырҡа артҡанӨфөлә таксистар забастовкаға сыҡҡан. Юл хаҡы ҡырҡа артҡан
Өфөлә таксистар забастовкаға сыҡҡан. Юл хаҡы ҡырҡа артҡан

6 декабрҙә иртән  «Яндекс. Такси» сервисы водителдәре эшкә сыҡмаған. UTV хәбәр итеүенсә, улар Сипайлово биҫтәһендәге гипермаркет янына йыйылған. Улар әйтеүенсә, агрегатор түләгән гарантиялы эш хаҡы күләме кинәт кәмегән.

Шуға бәйле таксиҙа йөрөү хаҡы ҡырҡа артҡан. Әйтәйек, «Мир» сауҙа-күңел асыу комплексынан Һалле ҡалаһы урамына тиклем (бер туҡталыш) барыу өсөн 230 һум түләргә тура килер ине. Аграр университеттан «Ирәмәл» сауҙа комплексына 341 һумға барып етергә мөмкин.

Пассажирҙар социаль селтәрҙә ғәжәпһенә. Һуңғы ваҡытта юл хаҡы былай ҙа артҡан, улар бынан артығыраҡ түләргә риза түгел. Башҡа фекерҙәр ҙә бар: бензинға хаҡ артһа, хеҙмәттәрҙең хаҡы ла арта.

Фото Яндекс.Дзен

Башинформ. 

Өфөлә таксистар забастовкаға сыҡҡан. Юл хаҡы ҡырҡа артҡан
Өфөлә таксистар забастовкаға сыҡҡан. Юл хаҡы ҡырҡа артҡан
Автор:
Читайте нас