+21 °С
Облачно


Ысын Ҡыш бабай бөтә теләгәндәрҙе үҙенең ҡунаҡ бүлмәһендә ҡаршылаясаҡ. Һәр кем уның менән иҫтәлеккә фотоға төшә, Яңы йыл почтаһы аша ҡотлау ебәрә аласаҡ. Хаттар өсөн ҡумта Бублик спейс павильонына ҡуйыла.
Байрамды ойоштороусылар яңы традиция башларға тәҡдим итә: үҙ ҡулдарың менән эшләгән уйынсыҡты килтереп, шыршыҡайға элергә.
Төрлө һөнәрҙәр оҫталары ошо көндә үтәсәк раштыуа йәрминкәһенә килеүселәрҙе шатланып ҡаршылаясаҡ. Улар оҫта ҡулдар эшләгән матур-матур үҙенсәлекле әйберҙәр алып, Яңы йылда туғандарына, яҡындарына бүләк итә аласаҡ.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан
belizv-bash.ru