Дим буйҙары
+12 °С
Облачно
Новости
17 Декабря 2021, 18:15

Һатылырмы, юҡмы?

Башҡортостан Республикаһы – Дәүләт Йыйылышы депутаттары Яңы йыл каникулында иҫерткес эсемлектәр һатыу режимына үҙгәрештәр индергән закон ҡабул итте.

Һатылырмы, юҡмы?Һатылырмы, юҡмы?
Һатылырмы, юҡмы?

«Был мәсьәлә парламент майҙансығында ҡыҙыу тикшерелде һәм халыҡта төрлө фекерҙәр тыуҙырҙы, – тине Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. – Тәүҙә Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы ғинуар башында алкоголде ваҡлап һатыуға өҫтәмә сикләүҙәрҙе бөтөрөргә тәҡдим иткәйне. Әммә граждандарҙың мөрәжәғәттәрен төрлө яҡлап тикшергәндән һуң, сикләүҙәрҙе йомшартырға тигән ҡарар ҡабул ителде. 3 ғинуарҙа республикала ғәмәлдә булған алкоголь һатыуҙы тулыһынса тыйыу бөтөрөлә. Бынан тыш, 4-6 ғинуарҙа һатыу ваҡыты оҙайтыла».

Шулай итеп, Яңы йыл каникулында Башҡортостанда иҫерткес эсемлектәр түбәндәгесә һатыласаҡ:

1 ғинуарҙа – иртәнге сәғәт 8-ҙән төнгө 11-гә тиклем

2 ғинуарҙа – иртәнге сәғәт 8-ҙән төнгө 11-гә ҡәҙәр

3 ғинуарҙа – иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 5-кә тиклем

4 ғинуарҙа – иртәнге сәғәт 10-дан киске 5-кә ҡәҙәр

5 ғинуарҙа – иртәнге сәғәт 10-дан киске 5-кә тиклем

6 ғинуарҙа – иртәнге сәғәт 10-дан киске 5-кә ҡәҙәр

7 ғинуарҙа – иртәнге сәғәт 8-ҙән төнгө 11-гә тиклем

8 ғинуарҙа – иртәнге сәғәт 8-ҙән төнгө 11-гә ҡәҙәр

9 ғинуарҙа – иртәнге сәғәт 8-ҙән төнгө 11-гә тиклем.

hakmar.ru

Һатылырмы, юҡмы?
Һатылырмы, юҡмы?
Автор:
Читайте нас