Дим буйҙары
+19 °С
Дождь
Новости
12 Января 2022, 06:53

Һалҡын тейеп, тымау йонсотҡанда...

Етмәһә, яныңда кәрәкле дарыу ҙа юҡмы? Улайһа сайттағы рецептарҙы ҡулланып ҡара. 

Һалҡын тейеп, тымау йонсотҡанда...Һалҡын тейеп, тымау йонсотҡанда...
Һалҡын тейеп, тымау йонсотҡанда...

1.Баллы һәм лимонды йылы сәй. Уның йәшел йә ҡара сәй булыуы мөһим түгел. Үтә ҡаты булмаған сәйгә 1 балғалаҡ бал һәм лимон һуты өҫтәйбеҙ. Лимонды үтә эҫе сәйгә  һалып ҡуймағыҙ. Бер аҙ һыуынғанын көтөгөҙ ҙә, шунан ғына өҫтәгеҙ. ошолай иткәндә С витаминын яҡшы һаҡлай. 

2. Ҡурай елеге емеше һәм йүкә сәскәһенән эшләнгән сәй. Был сәй тирләтә лә, ауырыуға ҡаршы көрәшә. Әгәр һеҙҙә кипкән ҡурай еләге бар икән, бигерәк тә яҡшы. Әгәр булмаһа, ҡайнатма ла ярап ҡала. 

3. Әлморон емеше төнәтмәһе. Әлморон С витаминына бик бай. Емешен башта иҙеп алығыҙ. унан 3 аш ҡалағы емеште 0,5 л ҡайнар һыу менән иҙеп, термоста төнгөлөккә ҡалдырығыҙ. Иртәнсәк уны һөҙөп алығыҙ. Ашарҙан 30 минут алда көнөнә 4 тапҡыр яртышар стакан эсегеҙ. Төнәтмәгә бал һәм кагор өҫтәргә лә була. 
Ҡайнатып эшләр өсөн 2 аш ҡалағы емеште 2 стакан ҡайнар һыу менән иҙегеҙ ҙә, һүрән утта 10 минуттай тотоғоҙ. Һыуытып, һөҙөп эсегеҙ. 

4. Кипкән емештән компот. Кипкән емеш компоты һыуыҡ тейгәндә иммунитетты нығыта. Әҙер компотҡа лимон, әфлисун һутын һәм бал ҡушырға була. 

5.Ромашка сәйе. 1-әр балғалаҡ ромашка, йүкә сәскәләрен алып, 1 стакан ҡайнар һыу менән бешереп, 20 минут төнәтәбеҙ. Һөҙөп алғандан һуң көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан алда 1/3 стакан эсергә кәңәш ителә. Бал ҡушырға ла мөмкин. 

6. Мүк еләгенән (клюква) йә ҡыҙыл көртмәленән (брусника) морс. Был ике емеш тә тымау тейгәндә халыҡ медицинаһында киң ҡулланыла. Емештәрҙе шәкәр менән ыуалап (3:1) ҡуябыҙ. Унан 2 аш ҡалағы иҙмәне 0.5 литр йылы һыуҙа иҙәбеҙ. Шифалы эсемлек әҙер!

Фото: https://yandex.ru/images/search?

"Ауыл уттары"нан. 

Һалҡын тейеп, тымау йонсотҡанда...
Һалҡын тейеп, тымау йонсотҡанда...
Автор:
Читайте нас