

Районыбыҙҙа был спорт төрөнөң үҫеше тураһында бөгөн республикала ла яҡшы беләләр. Былар барыһы ла «Батыр» атлет клубы етәксеһе Гоча Константинович Онанашвили тырышлығына бәйле. Нәҡ уның ҡул аҫтында шөғөлләнеүселәр, яратҡан тренерҙары хөрмәтенә, армспорт буйынса асыҡ турнир уҙғарыу өсөн тырышлыҡ һалды ла инде. Был спорт бәйгеһендә Өфө, Бәләбәй, Дүртөйлө, Туймазы, Салауат ҡалаларынан, шулай уҡ Күгәрсен һәм Миәкә райондарынан 70-ләгән спортсы ҡатнашырға теләк белдергән.
Турнирҙы асыу тантанаһы тамашасы залында башланды. Сәхнәгә Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан һәм Бишбүләк районы байраҡтары һәм тренер Г.К. Онанашвилиҙың фотоһы ҡуйылғайны, «Батыр» атлет-клубының ҡаҙаныштары тураһындағы баннер һәр кемдең иғтибарын йәлеп итте. РФ һәм БР гимндары яңғырандан һуң, ғәҙәттәгесә, биш телдә Бишбүләк гимны башҡарылды. Мөһим сараны район хәкимиәте башлығы Артур Мөхлис улы Зарипов асып, районда һәм башҡа тораҡ пункттарында Гоча Константинович Онанашвилиҙың армспорт үҫешенә тос өлөш индереүе хаҡында һөйләп үтте. Бишбүләк районының йыйылма командаһы уның етәкселегендә республикала армспорт буйынса егерме тапҡыр чемпион булған! Район тарихында бер ниндәй спорт төрө буйынса ла бындай һөҙөмтәгә ирешелмәгән, һәм булыуы ла икеле.
Мәҡәләнең тулы вариантын “Яҡты юлдан” гәзитенең киләһе һандарында уҡығыҙ.