Дим буйҙары
+30 °С
Облачно
Новости
23 Мая 2022, 12:14

Ағасты һырлап биҙәү оҫтаһы

Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылынан Фәрит Минетдин улы Инсапов ҡулында теләһә ниндәй ағас икенсе һулыш ала.

Ағасты һырлап биҙәү оҫтаһыАғасты һырлап биҙәү оҫтаһы
Ағасты һырлап биҙәү оҫтаһы

Ағасты һырлап биҙәү – ул боронғо һөнәрҙәрҙең береһе. Элек ауылдарҙа уның менән шөғөлләнеүселәр күп булған. Әммә ваҡыт уҙыу менән ағасты һырлап биҙәү ысулдарын һәм техникаһын белеүсе һөнәрселәрҙең һаны кәмегән. Бөгөнгө көндә районыбыҙҙа уларҙы бармаҡ менән генә һанарлыҡ, моғайын. Фәрит Мретдин улы – шундайҙарҙың береһе. Үҙе хәтерләүенсә, уның ҡулында бала саҡтан уҡ ағас булған, тәүге эшен ул 6-сы класта яһаған. Балта оҫтаһы һөнәрен үҙләштергәс, хатта армияла ла столяр булған.

Йорт йыһаздары, беседкалар, төрлө һындар, тәҙрә йөҙлөктәре- бик күп әйберҙәр яһаным, - ти оҫта. – беренсе ике ҡатлы китап кәштәһе булды. Ҡоралдарҙан балта, юнысҡыс һәм ҡул бысҡыһы ғына ине. Хәҙер өйҙә үҙ оҫтаханам бар, барыһын да ҡулдан яһайым. Ағас менән эшләгәндә, сабырлыҡ, теләк, фанетазия кәрәк. Йүкәне генә еңел киҫеп була. Ул ағасты һырлап биҙәүсе өсөн пластилин кеүек, - тип һөйләй Фәрит Минетдин улы.

Инсаповтарҙың барлыҡ ишек алдары ҡатын-ҡыҙ ҡулы менән биҙәлгән. Ағас ботағында ултырыусы Һыу инәһе һәм тауыҡ тәпәйле Пушкин баҡсаһы бар. Ишек алдын Туҡай баҡсаһы биҙәй, унда Шүрәле хужа. Оҫта ҡуллы ир-егет балалар майҙансығы яһарға планлаштыра. Яҙҙан көҙгә ҡәҙәр ишек алды Әлфиә Ғабдулла ҡыҙы үҫтергән сәскәләргә күмелеп ултыра. Инсаповтар ғаиләһендә барыһы ла талантлы. Ике ҡыҙы рәссам, тормош иптәше Әлфиә ханым шиғырҙар яҙа, бәйләй, сигә.

- Бәләкәйҙән шиғырҙар яҙҙым, һуң ғына баҫтыра башланым. Шиғырҙар йыйынтығы сығарҙым, әҫәрҙәрем төрлө баҫмаларҙа сығып тора. Ауылдың мәҙәни тормошонда ҡатнашам, татар фольклор ансамблен етәкләйем. Фәрит ҡыҙҙарыбыҙҙың рәссам булыуы тураһында хуялланды һәм уның был теләге тормошҡа ашты. Улар өсөн ирем бер ҡаҙаҡһыҙ окляска яһағанын хәтерләйем. Тирә-яҡ райондарҙа, Приютта, Бәләбәйҙә, Өфөлә ул бер үҙе йорттар һәм мунсалар төҙөй. Төрлө конкурстарҙа һәм күргәҙмәләрҙә ҡатнаша, - ти Әлфиә Ғабдулла ҡыҙы.

Фәрит Минетдин улы үҙ тормошон йөрәге ҡушыуы буйынса ошо сәнғәт төрө – ағасты һырлап биҙәү менән бәйләгән. Йылдар уҙһа ла, теләге юғалмай. Оҫта ҡулдары яһаған барлыҡ әйберҙәрҙә лә изгелек нуры бөркөлә кеүек.

Карина Павлова,

Автор фотоһы.   

Ағасты һырлап биҙәү оҫтаһы
Ағасты һырлап биҙәү оҫтаһы
Автор:
Читайте нас