Дим буйҙары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь 2022, 21:32

Республика – Урал аръяғының төп инвесторы

Стратегияны әҙерләгәндә урындағы муниципалитеттарҙың тәҡдимдәрен иғтибар менән өйрәнеүҙәре, халыҡтың теләктәрен иҫәпкә алыуҙары, барыһы менән дә кәңәшләшеүҙәре мөһим.

Республика – Урал аръяғының төп инвесторы
Республика – Урал аръяғының төп инвесторы

Сибайҙа “Урал аръяғы-2022” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы майҙансығында 2030 йылға тиклем Урал аръяғын социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү стратегияһының презентацияһы уҙҙы. Уны Рәсәй Финанс министрлығының Фәнни-тикшеренеү финанс институты әҙерләгән.

Башҡортостан Хөкүмәте вәкилдәре Урал аръяғын үҫтереүҙең перспективалы йүнәлештәре хаҡында һөйләне. Улар – ауыл хужалығы, тау-байыҡтырыу сәнәғәте, ағас эшкәртеү, туризм, транспорт инфраструктураһын, шулай уҡ үҙмәшғүллеккә булышлыҡ итеү һәм халыҡты социаль яҡлау.

Стратегия ауыл хужалығында, сәнәғәттә һәм туризмда 174,3 миллиард һумға 76 яңы проектты тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота. Документта инфраструктура һәм энергетика башланғыстарына – “Сибай-Подольск-Новорудная” тимер юлы линияһын, 500 кВт ҡеүәтле электр ярҙамсы станцияһын һәм электр тапшырыу линияларын төҙөүгә ҙур иғтибар бүленә. Презентация аҙағында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров спикерҙарға Урал аръяғының инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһен арттырыу тәҡдимдәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Республика етәксеһе төбәктең социаль-иҡтисади үҫтереүҙең мөһимлеген билдәләне.

– Республика – Урал аръяғының төп инвесторы, – тине Радий Хәбиров. – Ул беҙҙең мәнфәғәттәребеҙ, борсолоуҙарыбыҙ һәм шатлыҡтарыбыҙ уртаһында. Стратегияны әҙерләгәндә урындағы муниципалитеттарҙың тәҡдимдәрен иғтибар менән өйрәнеүҙәре, халыҡтың теләктәрен иҫәпкә алыуҙары, барыһы менән дә кәңәшләшеүҙәре мөһим. Урал аръяғында тау-мәғдән сәнәғәте предприятиелары күп. Әгәр ҙурҙары экологик технологияларҙы үтәһә, ошоға тиклем күп кенә артелдәр барлыҡ нормаларҙы үтәмәгән һәм вәхшиҙәрсә файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу менән шөғөлләнгән. Урындағы халыҡ төбәгебеҙҙең тәбиғәт байлыҡтарына ҡарата ошондай йыртҡыстарса мөнәсәбәткә ҡаршы ғәҙел сығыш яһаны. Тап шуға күрә лә беҙ ошо ведомство-ара төркөмдө ойошторҙоҡ, уны республика Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов етәкләй. Урал аръяғын үҫтереү стратегияһына тәбиғәт ресурстарына һаҡсыл мөнәсәбәт, сәнәғәт ойошмаларының эшенә яуаплылыҡты арттырыу һәм контроллек итеү тураһындағы пунктты индерергә кәрәк.

Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенә Урал аръяғын үҫтереү стратегияһында билдәләнгән пландарҙы иҫәпкә алырға ҡушты.

– Һөҙөмтә бирһен өсөн, был программа менән даими шөғөлләнергә кәрәк. Бер нисә йылдан булһа ла, халыҡ яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр тойорға тейеш, - тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

https://bashgazet.ru

Республика – Урал аръяғының төп инвесторы
Республика – Урал аръяғының төп инвесторы
Автор:
Читайте нас: