Дим буйҙары
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь 2022, 11:14

Шишмәлә яңы ҡасаба төҙөмәкселәр

Ябыҡ типтағы ҡасабала 166 коттедж һалына.  

Шишмәлә яңы ҡасаба төҙөмәкселәр
Шишмәлә яңы ҡасаба төҙөмәкселәр

Шишмә районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы, район хакимиәтендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үтте.

Унда “Ябыҡ типтағы коттедж ҡасабаһын төҙөү” проекты ҡаралды. Инвестор Шишмә районы биләмәһендә 750 миллион һумдан ашыуға коттедждар ҡасабаһын төҙөргә ниәтләй.

Проект йорт һалыу өсөн 166 ер участкаһын, шулай уҡ балалар баҡсаһы, медицина пункты, янғын депоһы, сауҙа объекттары, балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөү өсөн ер бүлеүҙе күҙ уңында тота.

Инвестор июндә тормошҡа ашыра башлаған йәнә бер проект Шишмә ауыл биләмәһендә урынлашҡан Лебяжий күленең муниципаль пляжын төҙөкләндереүгә ҡағыла. Пляжда һәм күл буйында сауҙа объекты менән дөйөм туҡланыу пункты, айырым ял урындары, мангал зоналары, уйын һәм спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа киләсәк. Шулай уҡ проектта кәмәләрҙе, катамарандарҙы һәм квадроциклдарҙы прокатҡа биреү ҡаралған.

#национальныепроекты#нацпроекты
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/267811

https://bashgazet.ru

Шишмәлә яңы ҡасаба төҙөмәкселәр
Шишмәлә яңы ҡасаба төҙөмәкселәр
Автор:
Читайте нас: