Дим буйҙары
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июнь 2022, 10:31

“Ағастар йәш быуынға илебеҙ тарихын хәтерләтер”

Үҫентеләр “Z” хәрефе рәүешендә ултыртылды.

“Ағастар йәш быуынға илебеҙ тарихын хәтерләтер”
“Ағастар йәш быуынға илебеҙ тарихын хәтерләтер”

Асҡын районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә Ҡашҡа ауылы эргәһендәге тау итәгендә 185 йәш ағастан торған шыршы аллеяһы барлыҡҡа килде. Үҫентеләр “Z” хәрефе рәүешендә ултыртылды. Мәғлүм булыуынса, был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проекты (национальный проект “Экология”) сиктәрендә башҡарылды. Яңы аллея  Донбасстағы операцияны һәм Рәсәй Президентының сәйәсәтен хуплау символын  тәшкил итә.

– Беҙ, Ҡашҡа ауылы халҡы, ил Президенты Владимир Путиндың Украинала махсус операция тураһындағы ҡарарын хуплайбыҙ, – тине ауыл Советы рәйесе Ринат Ғәләүетдинов. – Был ағастар йәш быуынға илебеҙ тарихын хәтерләтеп торасаҡ.

Әйткәндәй, ағастарҙы ултыртыр алдынан әҙерлек эше башҡарылған. Аллея участкаһы билдәләнгән. “Уралуниверсалстрой” йәмғиәте техника менән ярҙам иткән, Асҡын урмансылығы үҫентеләрҙе бүлгән.

Урындағы халыҡ акцияға дәррәү ҡушылған.

#национальныепроекты#нацпроекты

Фото: askino.bashkortostan.ru/presscenter/newshttps://

bashgazet.ru

 

“Ағастар йәш быуынға илебеҙ тарихын хәтерләтер”
“Ағастар йәш быуынға илебеҙ тарихын хәтерләтер”
Автор:
Читайте нас: