Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Июнь 2022, 12:21

Ғафури районында йәштәр өсөн «Табын-фест» ойошторола

Башҡортостандың Ғафури районында, Имәндәш ауылы янында, 17 һәм 18 июндә «Табын-фест» йәштәр фестивале уҙғарыла. Унда республиканың 10 районынан һәм Рәсәйҙең өс төбәгенән йәштәр делегациялары ҡатнаша.

Ғафури районында йәштәр өсөн «Табын-фест» ойошторола
Ғафури районында йәштәр өсөн «Табын-фест» ойошторола

Ҡатнашыусыларҙы ҙур танып-белеү, күңел асыу программаһы көтә. Заман йәштәре өсөн көнүҙәк йүнәлештәр буйынса төрлө белем биреү майҙансыҡтары, спорт ярыштары, халыҡ кәсептәре әйберҙәре күргәҙмә-презентациялары, һәүәҫкәрҙәр концерты. Бынан тыш, «Табын батыры» һәм «Табын һылыуҡайы» конкурстары үткәрелә.

Фестивалдә «Өлгөлө йәш ғаилә», «Өлгөлө йорт», «Күп балалы йәш ғаилә» район конкурстары еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы була.

Шулай уҡ «Табын-фест - 2022» фестивалендә ҡатнашыусылар «Батырҙар хәтере» стелаһын асыуҙа ҡатнаша.

https://www.bashinform.ru

Ғафури районында йәштәр өсөн «Табын-фест» ойошторола
Ғафури районында йәштәр өсөн «Табын-фест» ойошторола
Автор:
Читайте нас: