Дим буйҙары
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Июль 2022, 13:31

Үҙебеҙҙең косметиканы файҙаланығыҙ!

Башҡортостанда импортты алмаштырыу буйынса эштәр әүҙем бара. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шундай предприятиеларҙың береһе тураһында социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты.

Үҙебеҙҙең косметиканы файҙаланығыҙ!
Үҙебеҙҙең косметиканы файҙаланығыҙ!

“Тағы ла импортты алмаштырыу хаҡында. Косметика һәм көнкүреш химияһы ла беҙҙә үҙебеҙҙеке.

Фотолағы сағыу төргәктә – тәрбиәләү саралары, шампундәр, душ өсөн гелдәр, ванналар өсөн тоҙҙар һәм башҡалар. Бәлки, һеҙ уларҙы һатыуҙа осратҡанһығыҙҙыр. Ә быларҙың барыһын да беҙҙә Башҡортостанда Благовещендың “Фабрик Продакшн” компанияһы етештерә.

Эшҡыуарҙар өсөн уңайлы шарттар булдырыу өсөн улар менән күп эшләүебеҙҙе һәм төрлө кимәлдәрҙә ярҙам итеүебеҙҙе беләһегеҙ. Барлыҡ муниципалитеттарҙа бизнес-шерифтар бар, кесаҙна һайын бөтә республика буйлап башлыҡтар “Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре”н үткәрә. “Фабрик Продакшн”дың тарихы – быларҙың барыһының да эшләүен һәм һөҙөмтәләр килтереүенә дәлил.

Компания үҙ проектын Благовещен районы башлығында былтыр мартта үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә тәүге тапҡыр тәҡдим итте. Улар йылдам үҫеш биләмәһе резиденттары реестрына инеү өсөн етештереү майҙансығын һайлауҙа һәм документтар йыйыуҙа ярҙам һоранылар. Ике айҙан һуң предприятие “Благовещен” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары иҫәбенә инде.

Хәҙер бында 60-тан ашыу кеше эшләй. Косметик продукция һәм көнкүреш химияһы сығарыла. Уны Рәсәйҙә, Ҡаҙағстанда, Белорусь Республикаһында һаталар. 2022 йылдың майында компания вәкилдәре Башҡортостандың бизнес-миссияһы составында Үзбәкстанға барҙы, улар яңы баҙарҙар өйрәнә”, – тип яҙҙы ул.

Фото: "Бәйләнештә". 

https://bashgazet.ru

Үҙебеҙҙең косметиканы файҙаланығыҙ!
Үҙебеҙҙең косметиканы файҙаланығыҙ!
Автор:
Читайте нас: