Дим буйҙары
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Июль 2022, 13:10

Утыҙ ике кешенең ғүмерен ҡотҡарған!

Миәкә районынан Алмас Латыповҡа күрһәткән батырлығы өсөн юғары награда тапшырылды

Утыҙ ике кешенең ғүмерен ҡотҡарған!
Утыҙ ике кешенең ғүмерен ҡотҡарған!

Миәкә районы Боғҙан ауылынан Алмас Латыпов 2006 йылдан 12-се инженер бригадаһының понтон батальонында хеҙмәт итә. Хәрби званиеһы – өлкән сержант. Яңыраҡ ул операция барышында күрһәткән ҡыйыулығы һәм ҡаһарманлығы өсөн «Батырлыҡ» ордены менән бүләкләнгән.

«Понтон күпере һалғанда беренсе булып төштөм дә, катер менән 120 хәрбиҙе сығарҙым. Беҙҙекеләр оборона алды. Һуңыраҡ бөтәһен дә йылға аша кире сығарҙым. Улар араһында утыҙ ике яралы бар ине. Иң тәүге күперҙе Чернигов ҡалаһы янында һалдыҡ. Понтон күперҙәре – стратегик объект. Күперһеҙ бер нисек тә алға барып булмай. Беҙҙең бригадала Башҡортостан егеттәре күп, махсус тәғәйенләнештәге ротала ла бар. Бер-беребеҙҙең хәлен белешеп, ярҙамлашып йөрөйбөҙ», – ти яҡташыбыҙ.

ye102.ru

Утыҙ ике кешенең ғүмерен ҡотҡарған!
Утыҙ ике кешенең ғүмерен ҡотҡарған!
Автор:
Читайте нас: