Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Август 2022, 15:28

Ҡыйыуҙар һынау тота

"Патриот" паркында Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәре араһында “Геройҙар ярышы” уҙасаҡ

Ҡыйыуҙар һынау тота
Ҡыйыуҙар һынау тота
«Патриот» паркында республиканың дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәре араһында «Геройҙар ярышы» уҙасаҡ. Ҡаршылыҡтар һыҙатына Башҡортостан Башлығы хакимиәте, Хөкүмәт, министрлыҡтар һәм муниципалитеттар командалары сығасаҡ. Ярыштарҙа барлығы 103 команда ҡатнашасаҡ. Республикала йәшәүселәр араһында физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүҙе популярлаштырып, хеҙмәткәрҙәр үҙҙәренең яҡшы физик ныҡлығын күрһәтәсәк.
Ярыштар Рәсәйҙә иң оҙон трассаларҙың береһе булған уникаль трассала уҙасаҡ. Ҡатнашыусылар һыу кәртәләрен, бейек диуарҙарҙы, ауған ҡоймаларҙы, энәле тимерсыбыҡтарҙы, ер аҫты тоннелдәрен, траншеяларҙы һәм һыулы соҡорҙарҙы уҙасаҡ.

Сараны асыу тантанаһы 13 августа сәғәт 10-да Физкультурасылар көнөн байрам итеү сиктәрендә ойошторола.

Шулай уҡ парк майҙансығында был көндә баскетбол буйынса «Ҡыҙыл-һары туп» Бөтә Рәсәй ярыштарының төбәк этабы уҙасаҡ. Республиканың барлыҡ муниципалитеттарынан 120-нән ашыу команда иң көслөләрҙе асыҡлаясаҡ.
Спорт байрамында ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар өсөн өҫтәмә рәүештә 3 күңел асыу майҙансығы ойоштороласаҡ: «Форд Боярд» квесты, лазертаг хәрби-тактик уйыны һәм страйкбол тиры. Балалар өсөн айырым «Геройҙар уҙышы» трассаһы йыһазландырыласаҡ, ул 15 ҡаршылыҡты үҙ эсенә аласаҡ.
Фото: pravitelstvorb.ru
https://kiziltan.ru
Ҡыйыуҙар һынау тота
Ҡыйыуҙар һынау тота
Автор:
Читайте нас: