Дим буйҙары
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Октябрь 2022, 22:07

Өфөлә Башҡортостан һәм Үзбәкстан көрәшселәре йыйыла

9-11 октябрҙә баш ҡалала Рима  Баталова   исемендәге Спорт әҙерләү үҙәге базаһында милли көрәш буйынса Башҡортостан Республикаһы көнөнә бағышланған асыҡ республика турниры уҙасаҡ

Өфөлә Башҡортостан һәм Үзбәкстан көрәшселәре йыйыла
Өфөлә Башҡортостан һәм Үзбәкстан көрәшселәре йыйыла

Турнир сиктәрендә Үзбәкстан Республикаһы һәм Башҡортостан Республикаһы йыйылма командалары араһында даҫтарса осрашыу уҙғарыу  планлаштырыла. Был осрашыу тураһындағы ҡарар 2022 йылдың 9 сентябрендә Башҡортостан республикаһының Спорт министрлығы менән Үзбәкстан өлкәһенең Наманган өлкәһе Хокимияте араһында физик культура һәм спорт өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйыу маҡсатын үтәү һәм үҫтереү сиктәрендә ҡабул ителде.

"Башҡортостан Республикаһы Үзбәкстан Республикаһы менән дуҫтанә мөнәсәбәттәрҙе юғары баһалай. Милли спорт төрҙәрен үҫтереү мәсьәләләренә беҙ айырыуса иғтибар бирәбеҙ", - тип билдәләп үтте Башҡортостан Республикаһы спорт министры Руслан Хәбибов. Турнир милли көрәш буйынса Бөтә Рәсәй Федерацияһының ғәмәлдәге ҡағиҙәләре нигеҙендә, «Стенаға стена» системаһы буйынса илдәр һәм донъя халыҡтарының дуҫлығын нығытыу маҡсатында үткәрелә.

Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 2022 йылдың 10 октябрендә Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерләү үҙәгендә уҙасаҡ.   

  2022 йылғы милли көрәш буйынса донъя чемпионаты Үзбәкстан Республикаһының Наманган ҡалаһында уҙҙы. Дөйөм команда зачетында Рәсәй йыйылма командаһы  беренсе  урын алды. Башҡортостан спортсылары биш алтын һәм ике бронза миҙал яулап, милли йыйылиа команда копилкаһына ҙур өлөш индерҙе.

https://baltachtan.ru

Өфөлә Башҡортостан һәм Үзбәкстан көрәшселәре йыйыла
Өфөлә Башҡортостан һәм Үзбәкстан көрәшселәре йыйыла
Автор:
Читайте нас: