Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Октябрь 2022, 15:17

Ҡәһүә яратыусының уңыш тарихы

25 йәшлек егет үҙенсәлекле эш асҡан.  

Ҡәһүә яратыусының уңыш тарихы
Ҡәһүә яратыусының уңыш тарихы

Межгорье ҡасабаһынан йәш эшҡыуарҙар Матвей Миронов йыш ҡына "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам" милли проектына ярашлы үткәрелгән  "Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре"нә үҙенең идеялары менән килгән. Һәм быйыл тыуған Межгорьеһында "COFFER" ҡәһүәхана селтәре асып, халыҡҡа эспрессо, американо, флет-уайт, латте, капучино, шоколад, һөтлө шоколад, банан рафы һәм моккачино кеүек ҡәһүә төрҙәрен тәҡдим итә башлаған.  

Матвей тыуған ҡалаһында ғына туҡталып ҡалмаған – уның ҡәһүә нөктәһе Белорет халҡын да ҡыуандыра.

- 2022 йылда үҙ эшемде асыуға муниципалитеттан һәм республиканан субсидия формаһында бер миллион һум самаһы финанс ярҙамы алдым. Миңә, 25 йәшкәсә йәш эшҡыуар булараҡ, республика ҡаҙнаһынан – ярты миллион һум, һәм шунса уҡ тиерлек – 499,8 мең һум – ҡорамалдарға, майҙанды ҡуртымға алыуға, финанс лизингы килешеүе буйынса тәүге иғәнә түләүгә, шулай уҡ сеймал һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға муниципаль бюджеттан бүленде, - тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты ул.

Матвей Миронов – алдынғы ҡарашлы йәш кеше, уның идеялары һәм пландары байтаҡ, уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн ул даими рәүештә үҙенең белемен камиллаштыра.

Белеүебеҙсә, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам" милли проекты (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") ил Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы тормошҡа ашырыла. Уның төп йүнәлештәренең береһе – яңы эш башлаған йәш эшҡыуарҙарға ярҙам итеү.

Фото: ivengo.org

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты

Автор:
Читайте нас: