Дим буйҙары
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Октябрь 2022, 11:41

Грипп менән ауырыуслар арта

Башҡортостанда грипп һәм һыуыҡ тейҙереп ауырыусылар һаны күбәйә.  

Грипп менән ауырыуслар арта
Грипп менән ауырыуслар арта

БР буйынса РОСПОТРЕБНАДЗОР идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, уҙған аҙнала 24061 ауырыу осрағы теркәлгән. Сирлеләрҙең дөйөм һанынан 14 йәшкә тиклемге балалар һаны 43,3% тәшкил итә.

Бынан алдағы аҙна менән сағыштырғанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырыусылар иҫәбе 9,1 процентҡа артҡан, 42 аҙнала ауырыуҙың интенсив күрһәткесе 10 мең кешегә 59,0 тәшкил иткән.

21 октябргә ҡарата 1 298 911 кешегә прививка яһалған, был республика халҡының 32,4 процентын тәшкил итә. Шуға бәйле киҙеүҙән эпидемия миҙгеле башланғанға тиклем прививка яһатырға, халыҡ йыйылған урындарға барыуҙан тыйылырға, битлек кейергә, шәхси гигиенаны тоторға, бинаны даими елләтергә, С витамины булған продукттарҙы ашарға кәрәклге тураһында иҫкәртә.   

Әгәр кешелә киҫкен респиратор ауырыуҙар һәм грипп билдәләре беленһә, уға өйҙә ҡалырға һәм табип саҡыртырға кәрәк. Әгәр коллективта йәки ғаиләлә сирлеләр булһа, иҫкәртеү өсөн вирусҡа ҡаршы препараттар ҡабул итә башлау мөһим.

Бынан тыш, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу, физкультура менән шөғөлләнеү, дөрөҫ туҡланыу мотлаҡ.

Киҙеүҙән прививка яһатыу хаҡында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалында уҡырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru

 

Грипп менән ауырыуслар арта
Грипп менән ауырыуслар арта
Автор:
Читайте нас: