Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Ноябрь 2022, 10:48

Өс кеше үлемендә ғәйепләнә

Башҡортостандың Күгәрсен район-ара суды өс әхирәтен-хеҙмәттәшен һәләк иткән ҡатынға ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы. 

Өс кеше үлемендә ғәйепләнә
Өс кеше үлемендә ғәйепләнә

«Башинформ»ға судтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ғәйепләнеүсе алты йылға дөйөм режимлы колонияға оҙатыла. Юл-транспорт ваҡиғаһынан һуң, ҡатын өйөндә һаҡ аҫтында тотолған. Ул суд залында һаҡ аҫтына алынған. Хөкөм ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл 17 апрелдә Ейәнсура районының Күгәрсен ауылында Ямашлы һыуһаҡлағысы буйында үлемесле авария булды. 19 апрелдә туғандары, дуҫтары һәм коллегалары юл фажиғәһендә һәләк булған өс ҡатын менән хушлашты: автомобиль һыуға төшөп китә, руль артына эскән килеш ултырған  ҡатын иҫән ҡала, ә уның пассажирҙары яҡты донъя менән хушлаша.

10 бала әсәйһеҙ ҡалды. Һәләк булған 53 йәшлек ҡатындың - биш, 36 йәшлек ҡатындың- ике һәм 49 йәшлек ҡатындың - өс балаһы етем ҡалған. Иҫән ҡалған 48 йәшлек водитель ҡатындың да ике балаһы бар. Дүрт ҡатын  хеҙмәттәштәр булған - улар фажиғә урынынан алыҫ түгел урынлашҡан «Ямашлы» кафеһында ашнаҡсы булып эшләгән.

Тәртип һаҡсылары Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 264-се статьяһының 6-сы өлөшө (һаҡһыҙлыҡ буйынса ике йәки унан күберәк кешенең үлеменә килтергән транспорт сараларын файҙаланыу йәки юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу) буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡайны. Ғәйепләнеүсегә 15 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янаны.

haibh.ru

Өс кеше үлемендә ғәйепләнә
Өс кеше үлемендә ғәйепләнә
Автор:
Читайте нас: