Дим буйҙары
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ноябрь 2022, 11:33

Мең рәхмәт һеҙгә, игенселәргә!

Радий Хәбиров Башҡортостандың иң яҡшы 10 игенсеһенә автомобиль асҡыстары тапшырҙы

Мең  рәхмәт һеҙгә, игенселәргә!
Мең рәхмәт һеҙгә, игенселәргә!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2022 йылғы уңышты йыйыуҙа иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән 10 комбайнсыға «Лада Гранта» автомобиле асҡыстары тапшырҙы. Республиканың иң яҡшы игенселәрен бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында уҙҙы.

«Намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт, — тип рәхмәт белдерҙе тармаҡ вәкилдәренә Радий Хәбиров. — Бөгөнгө ҡатмарлы шарттарҙа һеҙ дәүләт кимәлендәге мөһим бурысты  башҡараһығыҙ — илебеҙҙең аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итәһегеҙ. Һуңғы 30 йылда тәүге тапҡыр республикала игендән 5,2 миллион тоннанан ашыу уңыш алынды. 1,2 миллион тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө, 320 мең тонна көнбағыш майы орлоғо йыйып алынған. Был — рекордлы күрһәткес».

Республика етәксеһе хәбәр итеүенсә, уңыш йыйыуҙа Стәрлетамаҡ районы аграрийҙары алдынғылыҡты бирмәне, улар 300 мең тоннанан ашыу ашлыҡ һуҡҡан. Республиканың тағы алты районы тәүгә 200 мең тонналыҡ сикте үткән.

Бөгөн Күгәрсен районының «Толмачев» крәҫтиән-фермер хужалығы механизаторы Павел Толмачев, Борай районының фермер хужалығы етәксеһе Динәрик Шакиров, Мәләүездең «Ашҡаҙар» ауыл хужалығы предприятиеһы механизаторы Артур Абдуллин, шулай уҡ Хәйбулла районының СССР-ҙың III дәрәжә хеҙмәт даны орденына лайыҡ булған, «Закиров» крәҫтиән-фермер хужалығы механизаторы Сәхиулла Билалов, Дыуан районының «Ярославка» ауыл хужалығы предприятиеһы» йәмғиәте механизаторы Константин Гладких «Лады Гранта» автомобилдәре менән бүләкләнде.

«Намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн тағы ла бер тапҡыр ихлас күңелдән рәхмәтемде белдерәм. Һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә һаулыҡ, именлек теләйем. Ерҙәге хеҙмәт һеҙгә һәр саҡ шатлыҡ һәм муллыҡ килтерһен», — тине Радий Хәбиров агросәнәғәт комплексының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрен ҡотлау тантанаһында.

https://www.bashinform.ru

Мең  рәхмәт һеҙгә, игенселәргә!
Мең рәхмәт һеҙгә, игенселәргә!
Автор:
Читайте нас: