Дим буйҙары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ноябрь 2022, 20:03

Йәш эшҡыуар гипстан баҡса һындары яһай

Шишмә районынан йәш һөнәрмән Гөлназ Ибәтова үҙ йортонда гипстан баҡса фигуралары яһау цехы ойошторған.

Йәш эшҡыуар гипстан баҡса һындары яһай
Йәш эшҡыуар гипстан баҡса һындары яһай

Йорт алды ҡаралтылары - һарай, гараж, теплица - оҫтахана һәм келәттәр итеп йыһазландырылған. Хайуандарҙың, грек аллаларының һәм төрлө тематик скульптураларҙың һындары – барыһы ла бар. Ул заказсының гипстан теләһә ниндәй фантазияһын үтәй ала.

Бер нисә йыл эсендә Гөлназ Ибәтованың даими һатып алыусылары барлыҡҡа килгән, ҙур булмаған бизнесында ихтыяж арта башлаған. Етештереү майҙансыҡтарын киңәйтеү, шулай уҡ өҫтәмә станоктар һәм ҡорамалдар һатып алыу кәрәклеге килеп тыуғас, 2022 йылдың апрелендә дәүләт ярҙамы һорап Шишмә районы хакимиәтенә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” нә мөрәжәғәт иткән.

“Эшҡыуарҙарға ярҙам итеү варианттарын тикшерҙек. Финанс ярҙамы йәһәтенән “Йәш эшҡыуар” республика конкурсында туҡталдыҡ, ә бина өсөн муниципаль милекте һайлап алырға ҡарар иттек.

Яҙғыһын конкурсҡа документтар йыя башланылар, бер үк ваҡытта ташламалы ставка буйынса бинаны ла һайлап алдылар. 2022 йылдың авгусында Гөлназ Ибәтова үҙенең етештереү майҙансығын үҫтереүгә грант алды. Уға артабан да уңыштар һәм сәскә атыуын теләйбеҙ”, - ти бизнес-шериф  Артём Бәҙретдинов.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.

Фото: Артём Бәҙретдинов.

#национальныепроекты#нацпроекты

https://bashgazet.ru

 

Йәш эшҡыуар гипстан баҡса һындары яһай
Йәш эшҡыуар гипстан баҡса һындары яһай
Автор:
Читайте нас: