Дим буйҙары
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2022, 18:50

Суд залынан...

Бишбүләк район-ара суды 34 йәшлек иргә ҡарата аҡлау ҡарары иғлан итте. Ул кеше үлтереүҙә ғәйепләнгәйне.

Суд залынан...
Суд залынан...
Ҡарар присяжный ултырышсылар коллегияһының аҡлау ҡарары нигеҙендә ғәйепләнеүсенең үлтереүҙә ҡатнашы булмауы тураһында сығарылған.
Тикшереү буйынса, 2021 йылдың ноябрендә хөкөм ителгән кеше иҫерек хәлдә танышына билдәһеҙ ҡаты предмет менән һуҡҡан, унан һуң күкрәк ситлегенә тондорған. Артабан бысаҡ алып, муйынына ҡаҙаған. Һөҙөмтәлә, ир ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡан юғалтыуҙан вафат булған.
Шулай итеп, алдан тикшереү органдары тарафынан ир-атҡа үлтереүҙә ғәйепләү белдерелгән. Уға һаҡ аҫтында тотоу рәүешендә сик ҡуйыу сараһы һайланған.
Енәйәт эше судта присяжный ултырышсылары ҡатнашлығында ҡаралган, был эш буйынса ҡаза күреүсе тип мәрхүмдең бер туған ағаһы танылған. Фаразланған үлтереүсе үҙ ғәйебен кире ҡаға. Ул енәйәт ҡылмауы тураһында белдерә. Әйтеүенсә, ул спиртлы эсемлектәр эскәндән һуң йоҡлап киткән, уянғандан һуң әлеге кеше инде үлгән булған.
20 декабрҙә присяжный ултырышсылар бер тауыштан ғәйепләнеүсене аҡланы, уның үлтереүҙә ҡатнашы юҡ, тип белдерҙе. Ир азат ителгән һәм уның артынан реабилитация алыу хоҡуғы танылған.
Хөкөм ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәгән.

Фото: phonoteka.org 

kiziltan.ru

Суд залынан...
Суд залынан...
Автор:
Читайте нас: