Дим буйҙары
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Февраль 2023, 10:11

Башҡортостанға урман янғындарына ҡаршы көрәш техникаһы алына

2023 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә булдырылған "Экология" милли проектының "Урмандарҙы һаҡлау" федераль проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығы 12 берәмек урман янғындары техникаһы һатып алырға планлаштыра.

Башҡортостанға урман янғындарына ҡаршы көрәш техникаһы алына
Башҡортостанға урман янғындарына ҡаршы көрәш техникаһы алына

Урман янғындарын һүндереү техникаһын һатып алыуға быйыл республикаға 52,7 миллион һум бүленгән. Әлеге ваҡытта урман янғындарын һүндереү техникаһы һатып алыу буйынса бөтә документтар республика Сауҙа үҙәгенә тапшырылған. Янғын хәүефе миҙгеле башланғанға тиклем техника урман янғындары станцияларына таратыла.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк: 2022 йылда урман янғындарын һүндереү техникаһы менән йыһазландырыуға "Экология" милли проектының "Урмандарҙы һаҡлау" федераль проекты сиктәрендә федераль бюджеттан 22,7 миллион һум күләмендә финанс средстволар йәлеп ителгән, 4 берәмек урман янғындары техникаһы: УАЗ, тағылмалы йөк "МАЗ"-ы, бульдозер, шулай уҡ заманса "Нива" автомобиле һатып алынған. Техника, зоналарҙың яныуын һәм уларҙың географик характеристикаһын иҫәпкә алып, Урман хужалығы министрлығы ҡарамағындағы учреждениеларға бүленгән.

Әлеге ваҡытта урман янғындарын һүндереү техникаһы менән йыһазландырыу проценты 90,8 процент тәшкил итә.

"Янғын һүндереү цистерналары, йөк һәм йөк-пассажир автомобилдәре, шулай уҡ мотоциклдар республика Урман янғындары үҙәгенең махсус техника паркын тулыландырасаҡ. Шул рәүешле төбәктең урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү өсөн кәрәкле техника 2023 йылғы янғын хәүефе миҙгелендә алына», – тине урман хужалығы министры урынбаҫары Илгиз Фәтҡуллин.

«Экология» милли проекты ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең һөҙөмтәлелеген күтәреүгә, эре сәнәғәт үҙәктәрендә атмосфера һауаһының бысраныу кимәлен ҡырҡа кәметеүгә, шулай уҡ Рәсәйҙең уникаль флораһын һәм фаунаһын һаҡлауға йүнәлтелгән.

Сығанаҡ: zvezda-gafuri.ru/

Фото: lesprom.com/ru/

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты

https://bashgazet.ru

Башҡортостанға урман янғындарына ҡаршы көрәш техникаһы алына
Башҡортостанға урман янғындарына ҡаршы көрәш техникаһы алына
Автор:
Читайте нас: