-2 °С
Ҡар
Бөгөн Өфө ҡалаһының 41-се мәктәбендә уҡыусылар һәм персоналды күпләп эвакуациялау булған. Унда хоҡуҡ һаҡлаусылар, эттәр менән кинологтар килгән.
“Башинформ” агентлығына Өфө мэрияһы матбуғат хеҙмәтендә булған хәлгә бындай аңлатма биргәндәр:
“41-се мәктәпнең электрон почтаһына бинаны миналау тураһында хәбәр килде. Ашығыс ярҙам хеҙмәттәре тиҙ арала урынға ебәрелде, улар урында алгоритм буйынса барыһын да эшкәртә. Мәғлүмәт асыҡлана”, - тип ҡала хакимиәтендә хәбәр итәләр.
https://baltachtan.ru