Был ҙур сара ауыл хужалығы, фән һәм мәҙәниәт өлкәһендә халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн бик яҡшы майҙансыҡ булып тора. Фестивалдә йыл һайын 20 меңдән ашыу тамашасы ҡатнаша.
Быйыл да республикаға Әзербайжандан абруйлы делегация килде. Эльман Ғадиров – йылҡысылыҡ заводы директоры, Фәрит Мостафаев – Ҡарабах аттары ассоциацияһы президенты, Яшар Гулузаде – ошо уҡ ассоциацияның вице-президенты.
Әйткәндәй, Яшар Голузаде «Башҡорт аты» фестивалендә беренсе йыл ғына ҡатнашмай.
– Ҡарабах аттары – Әзербайжандың милли ғорурлығы, һәм бөгөн беҙ башҡорт атының Башҡортостандың ғорурлығына һәм ҡаҙанышына әүерелә барыуын ҡыуанып күҙәтәбеҙ. Элек совет китаптарында башҡорт аты хаҡында уҡығаным булды, былтыр «Башҡорт аты» фестивалендә ошо тоҡомдо теркәү тураһында документ тапшырылыуы бик шатландырҙы, – тип һөйләне Яшар Голузаде.
«Башҡорт аты» фестивале йылҡысылыҡ өлкәһендәге белгестәрҙе һәм ғалимдарҙы, биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталарын, һөнәрселәрҙе, рәссамдарҙы, ижади коллективтарҙы, фольклорсыларҙы, этнографтарҙы, спортсыларҙы һәм ат һөйөүселәрҙе берләштерә. Унда шулай уҡ Ғәрәп Әмирлектәренән, Белоруссиянан, Ҡазағстандан, Ҡырғыҙстандан, Ҡытайҙан һәм Үзбәкстандан делегациялар әүҙем ҡатнаша.
ҺҮРӘТТӘ: Яшар Голузаде.
Автор фотоһы.
bashgazet.ru