Дим буйҙары
+23 °С
Облачно
Новости
21 Июля , 07:32

Башҡортостанда 1 миллион һум отҡан лотерея еңеүсеһен эҙләйҙәр

Яҡташыбыҙ «Хыяллион»да 1 миллион һум отҡан. Хәҙер лотереяны ойоштороусылар лайыҡлы отошон тапшырыу өсөн еңеүсене эҙләй.

Башҡортостанда 1 миллион һум отҡан лотерея еңеүсеһен эҙләйҙәрБашҡортостанда 1 миллион һум отҡан лотерея еңеүсеһен эҙләйҙәр
Башҡортостанда 1 миллион һум отҡан лотерея еңеүсеһен эҙләйҙәр
Лотерея уҙған йәкшәмбелә Беренсе канал эфирында уйнатылды. 

Бәхетле билетты Стәрлетамаҡтың Тыныслыҡ урамындағы «Милли Лотерея» һатыу нөктәһендә һатып алғандар, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Рәсәйҙең Финанс министрлығы ойошторған Бөтә Рәсәй дәүләт лотереялары брендының матбуғат хеҙмәтендә.

Әлегә еңеүсе аҡсаһын алыу өсөн компанияға мөрәжәғәт итмәгән.

Лотерея операторының матбуғат хеҙмәтендә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе үҙҙәренең билетын тикшерергә  саҡырҙылар: «Тиражда ҡатнашыусылар араһында Стәрлетамаҡтан еңеүсе бар —ул һеҙ булыуығыҙ ихтимал».

15 мең һумдан ашыуыраҡ отошто алыу өсөн һөҙөмтәләр баҫылып сыҡҡандан һуң 7 ай эсендә «Милли Лотерея»ның клиент офисына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Өҫтәмә мәғлүмәтте тәүлек әйләнәһенә эшләгән 8 (800) 333 7 333 телефона шылтыратып белергә мөмкин.

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

https://bash.bashinform.ru/news/social/2026-07-21/bash-ortostanda-1-million-um-ot-an-lotereya-e-e-se-en-e-l-y-r-4659519

 
 
Автор:
Читайте нас