

Мәҫәлән, алғы һыҙыҡҡа оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек, медикаменттар, автотранспорт өсөн запас частар, техника, көнкүреш химияһы һәм башҡа кәрәк-яраҡтар даими ебәрелә. Был башланғысҡа урындағы ирекмәндәр һәм битараф булмаған халыҡ та ҡушыла.
2025 йылдың апрелендә Казаковтар ҙур ылау менән Запорожье өлкәһенә барып ҡайтты, ә шул уҡ йылдың авгусында йәнә сәфәргә сыҡты, улар яугирҙәргә кәрәкле ҡорамалдар һәм сығым материалдары тейәлгән йөктө илтеп тапшырҙы.
Фото: Денис Казаков | шәхси архив