Дим буйҙары
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
15 Июль 2022, 12:38

Иртәгә – ат сабыштары

“Терра Башҡортостан” турнирының сираттағы этабы уҙа.

Иртәгә – ат сабыштары
Иртәгә – ат сабыштары

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында “Терра Башҡортостан” ат спорты турнирының өсөнсө этабындағы      1/8 финалда сираттағы еңеүселәр асыҡланғайны.

Иртәгә, 16 июлдә, йәнә ат спорты ярыштары үткәрелә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: сараға инеү ирекле. Әйткәндәй, быйыл “Терра Башҡортостан” ат спорты турнирының приз фонды 10 миллион һум тәшкил итә.

“Терра Башҡортостан”да жокей булараҡ спорт категорияларына эйә профессионалдар түгел, ә һыбай сабырға яратҡан 14 йәштән өлкән һәүәҫкәрҙәр сығыш яһай. Райондарҙа уҙған һайлап алыу бәйгеләрендә башҡорт тоҡомло һәм урын­да­ғы тоҡомһоҙ аттар ғына ҡатнаша ала. Турнирҙың бурыстары мөһим һәм күп. Тәү сиратта – йәштәрҙе йылҡысы­лыҡҡа, ат спортына йәлеп итеү, райондарҙа малсылыҡтың ошо ҙур тармағын тергеҙеү, һәүәҫ­кәрлектән профессиональ кате­горияға күсеү системаһын булдырыу.

“Терра Башҡортостан” ат спорты турниры 2019–2025 йылдарҙа үткәрелә.

https://bashgazet.ru

Иртәгә – ат сабыштары
Иртәгә – ат сабыштары
Автор:
Читайте нас: