Дим буйҙары
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
22 Август 2023, 09:17

Учалыла сноуборд базаһы буласаҡ

Учалы ҡалаһында сноуборд менән йыл әйләнәһенә шөғөлләнеү өсөн база булдырыла. Уны “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты (национальный проект “Туризм и индустрия гостеприимства”)  сиктәрендә төҙөйҙәр.

Учалыла сноуборд базаһы буласаҡ
Учалыла сноуборд базаһы буласаҡ

Учалы ҡалаһында сноуборд менән йыл әйләнәһенә шөғөлләнеү өсөн база булдырыла. Уны Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты (национальный проект “Туризм и индустрия гостеприимства”)  сиктәрендә төҙөйҙәр.

База өсөн тау трассаһына ярашлы махсус япмалар һатып алынасаҡ. Рәсәйҙә әлегә ошондай ике генә база бар – Мәскәүҙә һәм Новосибирскиҙа. Грантты алыусы – Учалының “Родео” тау саңғыһы паркы етәксеһе Оскар Аверьянов.

Универсаль трасса йыл аҙағына әҙер булырға тейеш. Бында илдең башҡа төбәктәренән дә спортсыларҙы ҡабул итә аласаҡтар.

“Башинформ”.

Учалыла сноуборд базаһы буласаҡ
Учалыла сноуборд базаһы буласаҡ
Автор:
Читайте нас: