Азербайжанда ойошторолған ярыштарҙа 19 илдән спортсылар ҡатнашты. Башҡортостан көрәшселәре алты алтын, ике көмөш һәм бер бронза миҙалға лайыҡ булды.
«Башинформ» агентлығы асыҡлауынса, ир-егеттәр араһында — Рөстәм Зыяҡаев (100 килограмдан ашыу), Дмитрий Ларюков (68 килограмға тиклем) һәм Рәзил Шабиев (75 килограмға тиклем), ә ҡатын-ҡыҙҙар араһында Алёна Фәтихова (52 килограмм), Алина Пухова (66 килограмм) һәм Олимпия Махиянова (76 килограмм) Европа чемпионы исемен алды.
Илфаҡ Ибәтуллинда (57 килограмм) һәм Артур Зөлҡәрнәевта (82 килограмм) — көмөш миҙалдар. Виталий Балянов (100 килограмға тиклем) бронза миҙалға лайыҡ булды.
Әйткәндәй, быйыл июль айында Артур Зөлҡәрнәев Астанала билбау көрәше буйынса донъя чемпионатында ете тапҡыр донъя чемпионы исемен яуланы.
Башинформ.