Спорт йәшәү нормаһына әйләнергә тейеш. “Демография” милли проекты федераль проекттарының береһе лә тиккә генә “Спорт – йәшәү нормаһы” тип аталмай. Мөмкин тиклем күберәк кеше спорт менән шөғөлләнә икән, тимәк, халыҡта сәләмәт тормошҡа ынтылыш та көсәйә һәм һөҙөмтәлә кешеләрҙең һаулығы ла нығына. Ә Башҡортостанда был ике тармаҡҡа етди иғтибар бүленә.
Республика ҡалаларында ғына түгел, ауыл ерендәге мәктәптәрҙә физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырыу – Башҡортостан Хөкүмәте эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Һуңғы йылдарҙа мәктәптәрҙә балаларҙы физкультура менән спортҡа ылыҡтырыу өсөн төрлө саралар ойошторола, өҫтәүенә, спорт объекттары үҙгәртеп ҡорола, яңылары барлыҡҡа килә.
Башҡортостандан йәшәгән ике миллиондан ашыу кеше даими рәүештә спорт менән шөғөлләнә. Республикала барлығы 13 меңдән ашыу спорт ҡоролмаһы бар һәм төбәктә спорттың 120 төрө үҫешә. Тағы республикабыҙҙа йыл һайын 15 меңдән ашыу спорт һәм физик культура сараһы ойошторола: “Спорт ун көнлөгө”, “Өмөтөбөҙ боҙо”, “Рәсәй саңғы юлы”, “Рәсәй азимуты”, “Олимпия көнө” кеүек тематик сара үткәрелә. Бынан тыш, 2022 йылдан вуздар араһында Башҡортостан Башлығы Кубогына йәйге һәм ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса универсиада уҙғарыла.
Шуныһы һөйөнөслө: беҙҙә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр спортына ла ҙур иғтибар бүленә. Республикала барлығы 248 меңдән ашыу инвалид йәшәй. 2022 йыл һөҙөмтәләренә ҡарағанда, адаптив физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүселәр өлөшө 27 проценттан ашҡан. Беҙҙә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн 561 спорт ойошмаһы эшләй. 78 спорт мәктәбендә Паралимпия һәм Сурдлимпия спортының дүрт төрө һәм 30 дисциплина буйынса 42 меңдән ашыу инвалид, шул иҫәптән 17 меңдән ашыу бала шөғөлләнә. Әйткәндәй, былтыр Башҡортостанда Адаптив спорт үҙәге булдырылды һәм уға бассейнлы “Нефтсе” спорт комплексы тапшырылды. Үҙәктең зона бүлексәләре тотош республика буйынса асылды.
Тағы шуныһы һөйөнөслө: республикабыҙҙа төрлө кимәлдәге спорт саралары даими үткәрелә. Бөгөн, 11 октябрҙә – Башҡортостан Республикаһы көнөндә – баш ҡаланың Спорт һарайында конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса Бөтә Рәсәй Ростелеком Рәсәйҙең Гран-приһы – Ҡурай иле” тип исемләнгән сара асылды, тағы юниорҙар араһында Бөтә Рәсәй “Ҡурай иле” ярыштары бара.
Спортсыларҙы, судьяларҙы, тренерҙарҙы һәм тамашасыларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов сәләмләне һәм уңыштар теләне. Сарала шулай уҡ 13 тапҡыр паралимпия чемпионы, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова, республиканың спорт министры Руслан Хәбибов, Рәсәйҙең Конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса федерацияһының генераль директоры Александр Коган ҡатнашты.
Бөгөн Башҡортостан – Рәсәйҙең спорт буйынса әйҙәүсе төбәктәренең береһе. Фигуралы шыуыу – спорттың иң популяр һәм яратҡан төрҙәренең береһе. Уның менән республикала 1200-ҙән ашыу кеше кеше даими шөғөлләнә.
Спортсыларҙы боҙҙа фигуралы шыуыуҙың титуллы вәкилдәре – Олимпия уйындары чемпиондары Алина Заһитова, Виктория Синицина, Никита Кацалапов, Марк Кондратюк, Анна Щербакова һәм башҡалар сәләмләне.
Фигуристарҙың сығыштарын 14 октябргә тиклем ҡарарға мөмкин. Ярыштарҙа спорт мастерлығына кандидаттар ҡатнаша. Программала яңғыҙ һәм парлы шыуыу, шулай уҡ боҙҙа бейеүҙәр ҡаралған.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.