Башҡортостандан игеҙәктәр Михей һәм Виктор Сидоровтар Дурбанда (ЮАР) халыҡ-ара БРИКС уйындарында уңышлы сығыш яһап, алтын миҙал алған.
Ярышта рәсәйҙәр бөтәһе 59 миҙал алды, улар араһында 35 алтын, 12 көмөш һәм 12 бронза. Түбәнерәк баҫҡыстарҙа — Ҡытай (55 миҙал), ЮАР (51) һәм Һиндостан (27) йыйылма командалары, тип белдерҙеләр Башҡортостандың спорт министрлығында.
Бынан алдараҡ Виктор һәм Михей Сидоровтар «Икар-2023» коляскала теннис буйынса халыҡ-ара турнирҙың финалында сығыш яһағайны, тип хәбәр итте «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.