Башҡортостан хөкүмәте ҡарары менән 2030 йылға тиклем спорт медицинаһын үҫтереү стратегияһы раҫланған. Стратегияның маҡсаттары: Башҡортостанда даими рәүештә физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүселәргә сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн шарттар булдырыу; спортсыларҙың һаулығын һәм эшкә һәләтлелеген һаҡлау өсөн шарттар булдырыу һ.б.
Физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүсе граждандарҙың өлөшөн 70%-ҡа тиклем арттырыу, спортсыларҙы тәрән медицина тикшереүҙәре менән 100% тәьмин итеү күҙаллана.
2025 йылда Белоретта, Күмертауҙа, Нефтекамала, Салауатта, Сибайҙа, Туймазыла спорт медицинаһы кабинеттарын асыуға 1,8 миллион һум бүлеү планлаштырыла.
2026-2029 йылдарҙа бындай кабинеттар Яңауылда, Мәсәғүттә, Бөрөлә, Бәләбәйҙә барлыҡҡа киләсәк. Стратегияны финанслау федераль, төбәк бюджеттары һәм бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә планлаштырыла.
ural-rb.ru