Ҡайһы бер төп уйынсылары киткәс, “Салауат Юлаев”тың иң күп эш хаҡы алған хоккейсыһы булып Александр Хемелевский иҫәпләнә. “Спорт-Экспресс” баҫмаһы мәғлүмәтенә ярашлы, уның йыллыҡ контракты 80 миллион һум тәшкил итә икән.
Эш хаҡтары буйынса икенсе урында Александр Василевский – ул йылына 40 мллион һум ала. Владислав Ефремов менән Александр Самонов һәм Денис Ян һәр береһенә 35-әр миллион һум эш хаҡы түләнә.
Ошоға саҡлы иң ҙур хеҙмәт хаҡына канадасы Джошуа Лива эйә булған – 110 миллион һум, әммә уның менән контрактты өҙгәндәр. Бынан тыш, Шелдон Ремпал (“Спорт-Экспресс” яҙғанса, үткән миҙгелдә 88 миллион һум алған), Нэйтан Тодд, Михаил Науменков (60-шар миллион һум) һәм Динар Хафизулин (45 миллион һум) да Өфөнән киткән.
Шулай итеп, “Салауат Юаев” эш хаҡы буйынса йөктө 363 миллион һумға еңеләйткән. Әммә көйәрмәндәр бик борсола: эш хаҡын аҙайтҡас һәм ундай шәп уйынсыларҙы ебәргәс, команда лайыҡлы хоккей күрһәтә алырмы икән?
Фото: “Салауат Юлаев” хоккей клубының “Бәйләнештә” селтәренән