Бишбүләк ауылының 2-се урта мәктәбендә уҡыусыларҙың хәтерендә оҙаҡ һаҡланырлыҡ осрашыу булды. Балалар янына ысын һөнәрмандар — исемдәре республиканан ситтә лә билдәле булған армрестлинг буйынса спорт мастерҙары, райондың утыҙ йылдан артыҡ йәштәрҙе берләштереүсе «Батыр» спорт клубы етәкселәре, «Елкән» спорт мәктәбенең тренер-педагогтары Татьяна Михайловна Онанова hәм Георгий Гочаевич Онанов килде.
Был үҙенә күрә быуындар осрашыуы булды. Уҡыусылар әңгәмәгә актив ҡушылдылар. Уларҙы ҡул көрәше буйынса күнегеүҙәрҙе нисек дөрөҫ башларға, ниндәй күнегеүҙәр көс бирә, спортты уҡыу менән нисек яраштырырға, спортсылар мөhим ярыштар алдынан ниндәй хистәр кисерә, еңелеүҙәрҙе нисек үткәрергә һәм уларҙан ниндәй һабаҡ алырға кәрәклеге ҡыҙыҡһындырҙы.
Ҡунаҡтар балалар менән үҙҙәренең спорт үҫеше тарихтары менән уртаҡлашты.
Улар асыҡан-асыҡ үҙҙәренең армрестлингта нисек шөғөлләнә башлауы, спорт мастеры исеменә күтәрелгәнсе ниндәй ауырлыҡтар менән осрашырға тура килеүе, көс юҡ кеүек тойолған мәлдәрҙә нисек үҙеңде дәртләндерергә, ниндәй ғәҙәттәр һәм көн режимы формала ҡалырға ярҙам итеүе тураһында һөйләнеләр. Спортсылар дисциплинаның hәм системалы яҡын килеүҙең мөһимлегенә айырым иғтибар бирҙеләр. «Тиҙ еңеүҙәр булмай, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды спортсыларҙың береһе. — Иртәме-һуңмы һөҙөмтә бирә торған көндәлек хеҙмәт бар».
Осрашыу спорт төрө менән танышыу ғына түгел, ә ысын тормош дәресе лә булды. Балалар маҡсаттарына ирешеүҙең төп принциптарын үҙләштерҙеләр...
Бындай осрашыуҙар — сәләмәт, маҡсатлы быуын тәрбиәләүгә мөhим өлөш индерә. Кем белә, бәлки, бөгөнгө мәктәп уҡыусылары араһында буласаҡ чемпиондар барҙыр, улар өсөн был осрашыу ҙур юлдың башланғыс нөктәһе буласаҡ. Мәктәп үҙенең күп кенә сығарылыш уҡыусылары менән ғорурлана, улар араһында Георгий Гочаевич hәм Татьяна Михайловна Онановтар ҙа бар. Улар ошо мәктәп уҡыусылары. Уларға уңыштар, яңы рекордтар, яҡты хистәр, маҡсатлы уҡыусылар теләйбеҙ. «Спорт — миҙалдар ғына түгел, — тип әңгәмәне йомғаҡланы ҡунаҡтарҙың береһе. — Был характер мәктәбе, унда һин иң элек үҙ-үҙеңде еңергә өйрәнәһең.
Людмила ЧЕРНОВА,
Yҙәк китапхананың дөйөм эш секторы мөдире.
Фото шәхси архивтан.