2026 йылда иғлан ителгән Халыҡтар берҙәмлеге йылында Дим ауылында йәшәүселәр бергәләп эш итеүҙең нимә аңлатҡанын асыҡ күрһәтте.
Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары тағы ла бер тапҡыр бөтәһен дә үҙҙәренең иҫ киткес дәртле булыуҙары һәм әүҙемлеге менән хайран ҡалдырҙы. Был көндә боҙ майҙансығында ысын мәғәнәһендә мауыҡтырғыс күренеш булды - хоккей буйынса матч төрлө йәштәге һәм төрлө милләт ҡатын-ҡыҙҙарын берләштерҙе. Әсәйҙәр һәм өләсәйҙәр, спортсылар һәм һылыуҡайҙар — һоҡланғыс чемпиондар бөтәһенә лә байрам бүләк итеү өсөн боҙға сыҡты!
Был ябай уйын ғына түгел, ә үҫеп килгән быуынды спортҡа ылыҡтырыу өсөн өлгө булды. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн уйын еңелдән булмаһа ла, майҙансыҡта ғәжәп йылы һәм дуҫтарса атмосфера хөкөм һөрҙө. Сөнки төп маҡсат — таблолағы иҫәп түгел, ә берҙәмлек һәм дуҫтарса мөнәсәбәт!