Дим буйҙары
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Апрель 2022, 10:36

Быйыл уҡыусылар Берҙәм дәүләт имтиханын нисек тапшырасаҡ?

Республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин «Рәсәй 24 Башҡортостан» телеканалына биргән интервьюһында быйыл уҡыусылар Берҙәм дәүләт һәм Төп дәүләт имтихандарын нисек тапшырасағын һөйләне.

Быйыл уҡыусылар Берҙәм дәүләт имтиханын нисек тапшырасаҡ?
Быйыл уҡыусылар Берҙәм дәүләт имтиханын нисек тапшырасаҡ?

Ул сығарылыш уҡыусыларының ата-әсәләренә ғаиләлә уңайлы мөхит булдырырға кәңәш итте һәм имтихан барышында балалар үҙҙәрен тыныс тотоуҙарын белдерҙе.

Балаларҙың һауыҡтырыу ялы темаһына ҡағылып, Айбулат Вәкил улы ата-әсәләргә юллама һатып алған өсөн кэшбэкты нисек алырға мөмкин булыуын ентекле аңлатты.

– Һеҙҙә лояллек программаһына бәйле булған «Мир» картаһы булырға тейеш, һуңынан һеҙ сәйәхәттәр донъяһы порталы реестрынан Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә урынлашҡан теге йәки был ҡала ситендәге лагерҙы һайлайһығыҙ. Хаҡты тулыһынса түләйһегеҙ, һуңынан биш эш көнө эсендә ярты хаҡы, тик 20 мең һумдан артыҡ түгел, кире шул уҡ «Мир» картаһына ҡайтарыла. Киләһе этапта 30 көн эсендә мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итеп, тейешле документтар пакеты тапшыраһығыҙ, шунан һуң тағы беҙҙең республика ҡаҙнаһынан ата-әсәгә 30 проценты ҡайтарыла,  –  тине Айбулат Хажин.

Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостанда капиталь ремонт программаһы буйынса 365 мәктәпте ремонтлау күҙаллана, ә быйыл 80 мәктәптә ремонт эштәре башлана.

Фото: Т. АМАНОВ.

ye102.ru

 

Быйыл уҡыусылар Берҙәм дәүләт имтиханын нисек тапшырасаҡ?
Быйыл уҡыусылар Берҙәм дәүләт имтиханын нисек тапшырасаҡ?
Автор:
Читайте нас: