Дим буйҙары
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Апрель 2022, 07:28

Өфөлә балалы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн социаль приют һәм сауҙа үҙәге төҙөү планлаштырыла

Тиҙҙән Башҡортостандың баш ҡалаһында «Әсә һәм бала» социаль приюты асылыуы ихтимал. Бындай тәҡдим менән «Йәшәүгә хоҡуҡ» Башҡортостан төбәк йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре сыҡыш яһай. 

Өфөлә балалы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн социаль приют һәм сауҙа үҙәге төҙөү планлаштырыла
Өфөлә балалы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн социаль приют һәм сауҙа үҙәге төҙөү планлаштырыла

«Приюттың маҡсаты – ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарға һәм балаларға бушлай комплекслы ярҙам күрһәтеү. Социаль приютта бер үк ваҡытта республикабыҙҙан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 100-гә яҡын балалы ҡатын-ҡыҙ йәшәргә мөмкин. Дөйөм майҙаны – 2000 квадрат метр», – тип хәбәр итте Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Инвесторҙар ҡаланың Калинин районында яңы «Гастелло» сауҙа үҙәген төҙөргә тәҡдим итте. Инвестор Алексей Матвеев әйтеүенсә, торлаҡ төҙөлөшө әүҙем бара, шуға заманса сауҙа-социаль объекттарға ихтыяж бар.

«Төп бурысыбыҙ – халыҡтың балалар һәм күңел асыу майҙансыҡтарына, аҙыҡ-түлек һәм башҡа тауарҙарға ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү, шулай уҡ бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиеларын хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн майҙандар менән тәьмин итеү», – тине Матвеев.

Төрлө перспективаларҙыентекле тикшергәндән һуң, Ратмир Мәүлиев проекттарҙы хупларға тәҡдим итте.

dairagazite.ru

Өфөлә балалы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн социаль приют һәм сауҙа үҙәге төҙөү планлаштырыла
Өфөлә балалы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн социаль приют һәм сауҙа үҙәге төҙөү планлаштырыла
Автор:
Читайте нас: