Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Апрель 2022, 10:50

Ҡыяр ултыртыр мәл

Тап ошо ваҡытта ултыртһағыҙ, май башында теплицаға сығарырлыҡ буласаҡ... 

Ҡыяр ултыртыр мәл
Ҡыяр ултыртыр мәл

Йәй ашар өсөн ҡыярҙы хәҙер үк сәсеп ҡуйыу мотлаҡ. Тап ошо ваҡытта ултыртһағыҙ, май башында теплицаға сығарырлыҡ буласаҡ. Һауытҡа тулыр-тулмаҫ итеп тупраҡ һалып, һәр береһенә 1,5-2 см тәрәнлектә 1-әр орлоҡ сәсәбеҙ. Сәскәндән һуң һыу һипмәйбеҙ. Кире осраҡта, улар тағы ла тәрәнгә төшөп китә. Һауыттың өҫтөн пленка менән ҡаплайбыҙ һәм йылы урынға ҡуябыҙ.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: орлоҡтарҙың бушмы, түгелме икәнлеген тикшерегеҙ. Уның өсөн бер стакан һыуға бер сәй ҡалағы тоҙ һалып яҡшы итеп болғатабыҙ. Орлоҡтарҙы ун минутҡа төшөрәбеҙ. Һәйбәттәре аҫҡа төшә, буштары өҫтә ҡаласаҡ. Тоҙло һыуҙан һуң орлоҡтарҙы ҡайтанан йыуып киптерәбеҙ.

Фото интернеттан алынды.

hakmar.ru

Ҡыяр ултыртыр мәл
Ҡыяр ултыртыр мәл
Автор:
Читайте нас: