Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Апрель 2022, 18:10

Игенселәр өсөн ҡыҙыу осор

Республиканың 39 районы аграрийҙары сәсеүгә төшткән. Был турала “Башинформ”  мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә. 

Игенселәр өсөн ҡыҙыу осор
Игенселәр өсөн ҡыҙыу осор

Республика баҫыуҙарында аграрийҙар дым ҡаплатыуҙы тамамлай, 39 районда хужалыҡтар сәсеүгә төштө, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Аграр ведомствола билдәләүҙәренсә, яҙғы баҫыу эштәренең ҡыҙған мәле. Баҫыуҙарҙа дым ҡаплатыу эштәре тамамлана. Әлеге ваҡытта был агротехнологик операция 887 мең гектар майҙанда башҡарылған (планға ҡарата 77 процент).

Башҡортостандың 39 районында хужалыҡтар яҙғы культуралар сәсеүгә төшкән. Быйыл республикала бөтәһе 2,170 миллион гектар майҙанда яҙғы культуралар сәсергә кәрәк. Аграрийҙар бөгөнгә 121,7 мең гектарҙа сәскән (6 процент тирәһе).

Ауырғазы районы яҙғы сәсеү буйынса алдынғылыҡты бирмәй (14,5 мең гектар). Мәләүез һәм Ҡырмыҫҡалы райондары аграрийҙары ла һәйбәт темп күрһәтә (14,4 һәм 11,1 мең гектар).

Ауыл эшсәндәре әлегә иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сәсә, ләкин ҡайһы бер райондарҙа майлы культуралар һәм шәкәр сөгөлдөрө сәсә башланылар ҙа инде.

https://www.bashinform.ru

Игенселәр өсөн ҡыҙыу осор
Игенселәр өсөн ҡыҙыу осор
Автор:
Читайте нас: