Дим буйҙары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Апрель 2022, 13:36

Үҙ балаһының башына еткән

Башҡортостанда 11 йәшлек малайҙы үтереүҙә ғәйепләнеүсе әсәһе һәм үгәй атаһы ҡулған алынған. Ҡатын һөйләүенсә, бала уның яңы иренә йәшәргә ҡамасаулаған, шуға уны үлтерергә булған.

Үҙ балаһының башына еткән
Үҙ балаһының башына еткән

Был йән тетрәндергес хәл 2000 йылдар башында Сибайҙа була.  Бәлиғ булмаған ейәненең юғалыуы тураһында ҡартатаһы саң ҡаға башлай. 2001 йылда ул Сибай эске эштәр бүлегенә 21 июлдә малайҙың велосипед менән әсәһенә сығып китеүе һәм юғалыуы тураһында хәбәр итә. Ул ваҡытта енәйәт эше асыла , әммә баланың кәүҙәһен тапмайҙар. 

16 йылдан һуң Хәсән һәм Күлтабан ауылдары араһында урманда билдәһеҙ кешенең баш һөйәге табыла. Уны экспертизаға ебәрәләр. ДНК-анализы ла үткәрәләр. Һөҙөмтәлә уның 2001 йылда юғалған 11 йәшлек  малайҙың ата-әсәһенең ДНК-һы менән тура килеүе асыҡлана. Енәйәт эше йәнә ҡуҙғатыла.  Тиҙҙән хоҡуҡ һаҡлаусылар юғалған уҡыусының 62 йәшлек үгәй атаһын ҡулға алалар. Артабан тикшереү үткәреү өсөн әсәһе лә ҡулға алына. 52 йәшлек ҡатын тулыһынса үҙенең ғәйебен таный һәм 2001 йылдың июлендә булған фажиғә хаҡында бәйән итә, хатта улын нисегерәк үлтереүен күрһәтеп бирә.

Уның әйтеүенсә, енәйәткә уны бергә йәшәгән ире этәрә. 2001 йылдың июлендә малай ҡартатаһынан төшкә ҡарай ҡайтып етә. Әсәһе урманда йөрөп килергә тип, уны үҙе менән алып китә. Ағаслыҡтарға барып еткәс, ире биреп ебәргән, халат бауы менән малайҙы быуып үлтерә һәм шунда ҡалдыра. Өйгә ҡайтып иренә был хаҡта әйткәс, уныһы:  «Күмдеңме һуң?» тип һораған. Кире яуап ишеткәс, көрәк ал да, барып күм,  тигән. Улының велосипеды менән  аяҡ кейемен шул ерҙән алыҫ түгел ҡалдырып китә, ә халаты менән билдеген ҡайтҡас мунсала яндыра.   

Улын үлтергәндән һуң ҡатын бергә йәшәгән ирҙән ауырға ҡала һәм йәнә бала таба.  

Фото:Башинформ.

 

Үҙ балаһының башына еткән
Үҙ балаһының башына еткән
Автор:
Читайте нас: