Дим буйҙары
+13 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Май 2022, 20:44

“Биорон” витамин етештерәсәк

Ҡеүәте – йылына 900 тонна тауар етештереү.

“Биорон” витамин етештерәсәк
“Биорон” витамин етештерәсәк

“Биорон” компанияһы Башҡортостанда В2 витаминын етештереүҙе яйға һалырға уйлай. Ошо компания “Алға” айырым иҡтисады зонаһы менән резидентлыҡ тураһындағы Килешеүгә төҙөнө. Резидент менән Башҡортостан үҫеш корпорацияһы һәм төбәк Хөкүмәте араһында документҡа ҡул ҡуйылған.  

– “Салават” сәнәғәт технопаркы" компанияһы төркөмөнә ингән “Биорон” компанияһы рибофлавин етештереү буйынса заманса производство асырға уйлай, – тип һөйләй Башҡортостан үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов. – Ҡеүәте – йылына 900 тонна тауар етештереү, быға 1,53 миллиард һум аҡса һалынасаҡ, 27 эш урыны булдырыласаҡ. Бизнес-планға ярашлы, проект ағымдағы йылда тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Уға Башҡортостан үҫеш корпорацияһы тарафынан экспертиза үткәрелгән. Бөгөнгө шарттарҙа импортҡа алмаш көнүҙәк тема һанала. Ә ошо проектты тормошҡа ашырыу тап импортҡа алмашты күҙаллай ҙа инде.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

https://bashgazet.ru
“Биорон” витамин етештерәсәк
“Биорон” витамин етештерәсәк
Автор:
Читайте нас: