Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Май 2022, 06:56

Ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?

2022 йылда ковид буйынса СанПинға ниндәй үҙгәрештәр индерелә? Ошо хаҡта тулыраҡ  

Ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?
Ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?

2022 йылда ковид буйынса СанПинға ниндәй үҙгәрештәр индерелә? 

Билдәле булыуынса, былтыр ковид менән бәйле ҡала ситендәге лагерҙарҙы тултырыу республикала 75 процентҡа тиклем генә башҡарыла ине, быйыл иһә балаларҙың барлыҡ ял итеү лагерҙары ла 100 процентҡа шат тауыштарға күмеләсәк, йәғни ҡабул итеү тулы күләмдә була;

Балаларҙы ҡабул итеү тәңгәлендә лә үҙгәрештәр бар. Элек заезд бер ваҡытта ғына башҡарылһа, быйыл ул тәүлек әйләнәһенә дауам итәсәк;

Асыҡ һауала балалар һәм йәштәр өсөн күләмле саралар уҙғарыу ҙа рөхсәт ителә;

ПЦР ысулы менән COVID-19-ға тикшереү уҙғарыу тик ҡала ситендәге хеҙмәткәрҙәр өсөн генә актуаль. Тикшереү смена башланыр алдынан 2 көн алда ғына эшләнергә тейеш. Әйткәндәй, был төр тикшереү республика бюджеты иҫәбенә башҡарыла.

yaikrb.com

Ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?
Ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?
Автор:
Читайте нас: